Аш-һыу
15 Января 2021, 05:00

Йомшаk баллы торт

Йомшаk баллы торт (МЕДОВЫЙ ТОРТ)

Ҡамыр өсөн:
Шәкәр эреп бөткәс, 1 бал ҡалағы сода өҫтәйбеҙ. Йәһәт кенә болғатып торабыҙ. Масса күпереп, күбекләнеп карамель төҫөнә инергә тейеш. Кәстрүлде уттан алабыҙ, 4 йомортҡаны өҫтәп тиҙ-тиҙ генә болғатабыҙ.
Он өҫтәп йомшаҡ kына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешергә тейеш түгел.
Әҙер ҡамырҙы 8 өлөшкә бүлеп, 2 мл ҡалынлыҡта йәймә йәйәбеҙ.
Ҡамырҙы сәнске менән төртөп сығабыҙ. 170 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 6 минут бешерәбеҙ.
Бешеп сыҡҡас, йәймә өҫтөнә кәрәкле диаметр һалып ҡырҡып алабыҙ. Ҡалған киҫәктәрҙе блендер менән ваҡлайбыҙ, торт өҫтөнә hибер өсөн.

Крем өсөн:
hөт - 2 стакан
йомортҡа - 1
шәкәр - 1 стакан
Он - 2 аш ҡалағы.

Эш барышы: йомортҡа, шәкәр, ондо бергә бутайбыҙ. Һөттө kайнатабыҙ Һәм өҫтөнә йомортkалы смесь ҡоябыҙ. Венчик менән kуйырғансы болғатып торабыҙ. Яй ғына утта kaйнатабыҙ. Крем kуйырыу менән утты hүндерәбеҙ.

Мин был торт өсөн 2 порция алдым.
Читайте нас