Аш-һыу
15 Января 2021, 08:03

Сырлы йәймә

Уның өсөн беҙгә 1 ст кефир, 0.5 сәй ҡалағы тоҙ, 0.5 сәй ҡалағы шәкәр, 0.5 сәй ҡалағы сода, ҡырылған бер стакан сыр (ҡаты сорты), ҡырылған бер стакан ветчина (колбаса, сосиски), ике стакан он кәрәк.

Уның өсөн беҙгә 1 ст кефир, 0.5 сәй ҡалағы тоҙ, 0.5 сәй ҡалағы шәкәр, 0.5 сәй ҡалағы сода, ҡырылған бер стакан сыр (ҡаты сорты), ҡырылған бер стакан ветчина (колбаса, сосиски), ике стакан он кәрәк.
Башта кефирға тоҙ, шәкәр, сода ҡушып, һәйбәтләп болғатырға кәрәк. Артабан сырҙы, ондо ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүләбеҙ ҙә, йәйәбеҙ. Йәймәгә ветчинаны һалабыҙ. Тирә яғын тоташтырабыҙ. Табаға көнбағыш майы һалып бешерергә һалабыҙ. Уртаса утта ҡапҡасын ябып ике яғын да бешерәбеҙ. Тиҙ һәм тәмле ризыҡ әҙер!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас