Аш-һыу
15 Января 2021, 09:32

Их, тәмле лә һуң бәлештәр!

Кисә Ишембай районы һәм ҡала мәктәптәрендә Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министрлығы ойошторған “Минең милли аштарым” флешмобы үтте.

Кисә Ишембай районы һәм ҡала мәктәптәрендә Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министрлығы ойошторған “Минең милли аштарым” флешмобы үтте.
З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында күп уйлап тормағандар – халҡыбыҙҙың телде йоторлоҡ тәмле, туҡлыҡлы ризығын – ваҡ бәлештәр бешергәндәр.
9-сы класс ҡыҙҙары йәмле алъяпҡыстарҙа, милли кейемдә ҡаршыланы. Милли аш-һыу өлгөләре башҡорттарҙа малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бәлеш өсөн тап үҙең етештергәнде ҡуллана алаһың: ит, он, һөт тә, аҡ май ҙа кәрәкле. Уңған ҡыҙҙарға шеф-ашнаҡсы Альбина Арыҫланбаева ярҙам итте, гимназия-интернат уҡыусыларының яратҡан ризығы шул тиклем тәмле килеп сыҡты.
- Сарала белем усағының технология уҡытыусыһы Гүзәл Камалова, директор урынбаҫары Зилә Ниғмәтуллина, шеф-ашнаҡсы Әминә Саяхова һәм башҡалар әүҙем ҡатнашты. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла тырышты, флешмобты күтәреп алған ашнаҡсыларға һәм уҡытыусыларға ҙур рәхмәт. Аш-һыу әҙерләү үҙе бер тәрбиә, фәһем, милли ризыҡтарыбыҙ онотолмаһын, - тине райондың мәғариф идаралығы методисы Ләйсән Язданова
Автор фотолары.
Читайте нас