Аш-һыу
14 Января 2021, 11:38

Чебурек

Өйҙәгеләрҙе тәмле чебуректар менән һыйлағығыҙ киләме? Әйҙәгеҙ, бешереп ҡарайыҡ)

Өйҙәгеләрҙе тәмле чебуректар менән һыйлағығыҙ киләме? Әйҙәгеҙ, бешереп ҡарайыҡ)
Шулай итеп, чебурек ҡамырына 500 г. он, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50 мл үҫемлек майы, 150 мл ҡайнар һыу кәрәк буласаҡ.
Онға тоҙ һәм майҙы ҡушып, еңелсә генә болғатып алығыҙ. Унан һуң болғата-болғата өлөшләп ҡайнар һыу һалығыҙ. Тәүҙә ҡалаҡ менән бутайбыҙ, бер аҙ һыуынғас, ҡул менән ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, пленка менән ҡаплап, 30 минут ял иттерегеҙ.
Шул арала эслеген әҙерләй тора алаһығыҙ.
Итле этлек өсөн 300-350 г ит фаршы, 2-3 һуған, тәменсә тоз һәм ҡара борос, 50-80 мл һалҡын һыу, йәшел тәмләткестәр кәрәк.
Ит менән һуғанды ит тартҡыстан үткәрергә. Әҙер фарш ҡулланһағыҙ, туралған һуғанды шунда ҡушығыҙ. Тоҙ һәм борос өҫтәргә, һыу һалырға һәм яҡшылап болғатырға көрәк. Эслек ҡуйы ҡаймаҡты хәтерләтергә тейеш. Шуға күрә иттең ҡатылығына ҡарап, һыу күләмен үҙгәртергә мөмкин.
Ҡамырҙы йәйгәс, түңәрәктәргә киҫәргә лә, һәр чебурек ҡамырын айырым-айырым йәйергә лә була. Майлы табала йөҙҙөрөп, ике яғын да ҡыҙҙырып алабыҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас