Аш-һыу
5 Января 2021, 17:52

Кәтлит тәмле килеп сыҡһын өсөн 5 кәңәш

1-се кәңәш – бер нисә ит төрөнән кәтлит әҙерләһәң, ул татлыраҡ килеп сыға (мәҫәлән, тауыҡ итен, һарыҡ итен, ат итен бергә ҡушһаң).

1-се кәңәш – бер нисә ит төрөнән кәтлит әҙерләһәң, ул татлыраҡ килеп сыға (мәҫәлән, тауыҡ итен, һарыҡ итен, ат итен бергә ҡушһаң).
2-се кәңәш – эслек өсөн һөт һалыу кәңәш ителмәй. Иткә ҡайнап сыҡҡан йылымыс һыу ҡушып ҡуйы ҡаймаҡ шикелле эслек әҙерләргә.
3-сө кәңәш – эслеккә тик йомортҡаның һарыһын ғына ҡушырға.
4-се кәңәш – ни тиклем һуғанды күберәк ҡушһаң, шул тиклем кәтлит тәмле килеп сыға.
5-се кәңәш – кәтлиткә икмәк ҡушмаһағыҙ ҙа була. Эслек әҙерләгәндә ит үткәргестән үткәрелгән кәбеҫтә, бәрәңге, кишер кеүек йәшелсәләр һалыу отошло.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас