“Ундай сикләүҙәрҙең организмға кире тәьҫир итеүе бар. Үҙегеҙҙе яҡшы тойоу өсөн организмығыҙҙы аҡһым, майҙар, углеводтар, витаминдар, минералдар, күҙәнәкле матдәләр менән тәьмин иткән төрләндереп туҡланыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Рационығыҙҙа һөт, ит, балыҡ, ярмалар, емеш-еләк, йәшелсә, сәтләүектәр бар икән, быға өлгәшеүе ҡатмарлы булмаҫ.
Ҡыш көнө аҙлап-аҙлап, әммә йыш туҡланырға тырышығыҙ. Көн һайын берәр алма, груша, цитрус емештәре ашарға тырышығыҙ. Туңдырылған йәки консерваланған йәшелсәләрҙе гарнир итеп әҙерләгеҙ. Ашҡабаҡ, сөгөлдөр, кишерҙең файҙаһы ҙур. Аҡһым сығанаҡтары тураһында онотмағыҙ һәм фастфудтарҙан баш тартығыҙ”, - тип кәңәш итәләр ведомствонан.