Аш-һыу
27 Декабря 2020, 12:30

Байрамға ҡыҙҙырылған ҡаҙ

Кәрәк: ҡаҙ, картуф, 1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, тоҙ, ҡыҙыл борос, 4-5 әскелтем алма, 100 г кипкән өрөк, 100 г ҡара емеш.

Кәрәк: ҡаҙ, картуф, 1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, тоҙ, ҡыҙыл борос, 4-5 әскелтем алма, 100 г кипкән өрөк, 100 г ҡара емеш.

Ҡаҙҙы кистән майонезға ҡыр¬ғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, ҡыҙыл борос, тоҙ менән ыуып ҡуябыҙ. Бешерер алдынан эсенә лимон һутына буталған 4 – 5 әскелтем алма, 100 грамм тирәһе кипкән өрөк, шул сама ҡара емеш һалабыҙ. Ҡаҙҙың эсен теккәс, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға кәрәк. Ул ике сәғәт бешә. Бешеп етергә бер сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғас, эргәһенә картуф һалына. Табынға ҡаҙҙы матур һауытҡа һалып, өҫтөн йәшелсә менән биҙәгәндә, ул тағы ла хуш еҫлерәк буласаҡ. Әлбиттә, табынға һурпа бирергә була. Әгәр уны дүрт-биш төр иттән бешерһәң, тәмлерәк килеп сыға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас