Аш-һыу
23 Декабря 2020, 17:00

«Көнбағыш» салаты

Яңы йыл өҫтәлен бындай салат бик тә йәмләп торор.

Яңы йыл өҫтәлен бындай салат бик тә йәмләп торор.
Был салат өсөн 1 тауыҡтың түш ите, 400 г бәшмәк, 1 баш һуған, 3 йомортҡа, 150 г сыр, зәйтүн, майонез, чипсылар кәрәк.
Тауыҡ итен һәм йомортҡаларҙы бешерегеҙ, бәшмәк менән һуғанды табала ҡыҙҙырып алығыҙ. Хәҙер салатты теҙә башлайбыҙ.
Һауыт төбөнә туралған тауыҡ итен теҙегеҙ, майонез яғығыҙ; икенсе ҡатҡа өҫтөнә майонез яғылған шампиньон менән һуған һалына; өсөнсө ҡат эре ҡырғыста ҡырылған йомортҡанан тора, шулай уҡ майонез яғығыҙ; дүртенсе ҡат - ваҡ ҡырғыста ыуылған сыр. Уның өҫтөнә майонез яғылмай.
Зәйтүнде дүрткә бүлегеҙ, сыр өҫтөн биҙәгеҙ. Өстәлгә ҡуйыр алдынан көнбағыш ситтәренә чипсылар теҙеп сығығыз, уртаға ваҡ ҡырғыста ыуылған йомортҡа һарыһын һибегеҙ. «Көнбағыш» салаты әҙер!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас