Талҡан-Шифа тип аталған беҙ етештергән талҡандың бөтөн үҙенсәлеге лә, файҙаһы ла, туҡлыҡлы булыуы ла уның бүртеүендә. Беҙ игенде тәүҙә таҙартып, йыуып, бүрттереп алабыҙ, шунан ҡыҙған табала ҡыҙҙырабыҙ (киптермәйбеҙ), шунан тартабыҙ. Шуның өсөн ул ҡайнар һыуҙа йәки һөттә тиҙ генә бүртә лә китә.
Һәр төрлө ашамлыҡ әҙерләгәндә тәүҙә бүрттеререгә кәрәк. Ҡайһы кеше тоҙ һала. Талҡандың үҙенсәлекле файҙаһы – тоҙһоҙ ашауҙа. Ул организмдағы артыҡ тоҙҙо йота. Ә инде ит, балыҡ, йомортҡа ҡушҡан саҡта, самалап тоҙ һалаһың. Талҡанды алдан тотошон бүрттермәйһең, фәҡәт ашарлыҡ итеп алған өлөшөн генә.
Ваҡ талҡан.
3.Ҡунаҡ өсөн. Аҙ ғына ҡайнар һыу һалып тиҙ-тиҙ генә болғатып, өҫтөн ҡаплап дүрт-биш минут тотаһың да самалап май, ҡуйыртылған какао һалып, баҫаһың, ҡамыр ҡуйылығына еткерәһең. Шунан эре талҡанда (ваҡ та ярай) әүәләп тумалаҡлап һыуытҡысҡа ҡуяһың. Сәтләүек, өрөк төшө һ.б.менән биҙәргә мөмкин.
4. Талҡан кәтлите.Тағы шул уҡ ысул менән ҡайнар һыу һалып, тиҙ-тиҙ генә болғатып, бүрттереп алаһың да йомортҡа һалып бутҡа ҡуйылығында бутайһың. Аҙ ғына тоҙ һалаһың. Шунан аш ҡалағы менән самалап табаға һалып кәтлит рәүешендә бешерәһең.
5. Аш тәмләткес (приправа). Һәр хужабикәнең үҙ ысулы. Тик он ҡыҙҙырыу урынына ваҡ талҡан ҡулланыр кәрәк.
6. Өстән ике өлөшөн талҡан, өстән бер өлөшөн көнбағыш хәлүәһен бергә ҡушып ныҡлап иҙәһең дә аҙ ғына көнбағыш майы ҡушып, бутайһың. Сәйгә ҡушаһың.
Эре талҡан.
Эре талҡанды ла шулай уҡ тәүҙә бүрттереп алаһың.
Кәтлиткә лә ярай, бешкән сөгөлдөр, аҙ ғына көнбағыш майы, йөҙөм ҡушып тәмле ашамлыҡ әҙерләп була. Ваҡ талҡан кеүек ысул менән консерваланған балыҡ, быҡтырылған ит һ.б. ҡушып әҙерләп тә була.
Буҙа әҙерләү. Әле һеҙҙең ҡулда ике йөҙ грамм буҙа ҡатнашмаһы. Ул 3 литрға иҫәпләнгән. Әммә ҡайнатып, әсеткән саҡта берәй ярты литрға кәметергә мөмкин Сөнки һыуҙың ҡатылығын белеп булмай. Әсеп сыҡҡас, ҡайнап һыуынған һыуға шәкәр татытып (сәйгә һалған сама менән) аҙаҡ шыйыҡлатырға мөмкин.
Тимәк,
буҙа ҡайната торған кәстрүлгә (дүрт-биш литрлыҡ булһын, ташып китеүе ихтимал) бер ҡап ҡатнашманы тотош һалығыҙ. Шунан ярты литр самаһы һалҡын һыу ҡойоп ебәреп, ентекләп бутағыҙ. Бер төйөрө лә ҡалмаһын. Шунан ултыртып ҡуйығыҙ ҙа, икенсе һауытта ике литрҙан ашыуыраҡ (йәмғеһе 2,5-3 литр тинек бит инде) һыуҙы айырым ҡайнатығыҙ. Бының буҙа сифаты өсөн әһәмиәте юҡ. Фәҡәт эште тиҙләтә һәм еңеләйтә. Айырым ҡайнатып сығарғас, кәстрүлгә, теге болғатып ултыртҡан ҡатнашма өҫтөнә ҡойоп, ентекләп болғатаһың да талғын ғына утта 40 минут буйы бешерәһең. Төбөнә ултырмаһын өсөн болғатып алырға кәрәк. Әгәр төбөнә ултырһа, бер аҙға уттан ситкәрәк алып ҡуйырғә кәрәк. Үҙе ҡуба. Ҡырҡ минут ҡайнағас, һыуытырға ҡуяһың. Бүлмә температураһындай һыуынғас, ике аш ҡалағы шәкәр һәм әсетке һалып, өҫтөн матурлап ябып, ултыртаһың.
Әсетке һәм әсеү.
Әсетке - ҡымыҙ. Сөпрә ярамай. Ул шифалы буҙа булмай. Ҡымыҙ таҙа бейә ҡымыҙы булһын. Кәзә һөтө, һыйыр һөтө, бал ҡатнаштырылған ҡымыҙ йүнләп әсетмәй. 119-ый конный завод, тип яҙылғаны яҡшы. Ҡымыҙ һалғандан һуң (стакан ярым) әсеү оҙаҡҡараҡ һуҙыла,
сөнки ҡымыҙ таяҡсыҡтары буҙаныҡына әйләнергә тейеш. Берәй тәүлектәй үтеп китер. Аптырамағыҙ. Аҙаҡ инде әсетке итеп үҙегеҙ эшләгән буҙанан 500-700 грамдай алып ҡалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ.Буҙаға һалыр алда һыуытҡыстан алып йылыбүлмәгә ултыртырға кәрәк. Артабан әсеү ваҡыты кәмей. Ҡайһы саҡта кистән ултыртһаң, иртәнсәккә әҙер була.
Әҙер буҙаны эсеү. Ҡуйылығы оҡшамаһа, аҙ ғына шыйыҡлатырға ла ныҡ ҡына итеп туҡырға кәрәк. Ул күбекләнеп китә. Күбекләнеп китмәһә лә, ҡабара, кислород менән байый һәм тәбиғи файҙалы газдар бүленеп сыға. Шул саҡта эсергә кәрәк.
Шифаһын күрегеҙ.