Экзотик еләк-емештәрҙең кеше организмына ниндәй файҙаһы бар икән? Был һорауға яуап итеп һеҙгә түбәндәге яҙманы тәҡдим итәбеҙ.
Ананас. Өлгөргән ананаста аҙыҡты эшкәртергә ярҙам итә торған, аҡһымды тарҡатыусы бромелин ферменты бар.
Авокадо. Уның емештәре туйындырылған май кислоталарына һәм Е витаминына бай.
Банан. Составында углеводтар күп булыуы менән бик туҡлыҡлы. Унда күп төрлө витаминдар һәм минераль тоҙҙар бар. Уны күберәк ашаһаң, эсте нығыта. Шуға күрә уны эс йомшарғанда тәҡдим итәләр.
Киви. Ул С витаминына бай. Бер емеше С витаминыны булған бер тәүлеклек талапты ҡаплай.
Манго. Уның емеше А провитаминына (каротинға) бик бай.
Папайя. Был ҡауын ағасы емештәрендә А һәм С витаминдары күп.
Инҗир. Сәләмәтлек һәм матурлыҡ өҫтәүсе продукттар иҫәбенә керә. Ул эсәктәрҙе бик яҡшы таҙарта һәм ҡанды яҡшырта. Өлгөргән инжир (шулай уҡ кипкәне лә) тамаҡҡа, юғары һулыш юлдарына һәм үпкәгә һалҡын тейгәндә, шулай ук үпкәләге шештәрҙе дауалағанда бик файҙалы.
Хөрмә. Аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнеүселәр өсөн файҙалы. Ул баш мейеһен туҡландырыу өсөн кәрәк булған микроэлементтарға: фосфор, кобальт, баҡыр һ. б. бай. Хөрмә шулай ук баш мейеһендәге ҡан юлдарын да таҙарта.