Аш-һыу
14 Декабря 2020, 09:52

Эремсектән печенье

Сәй табынына бына тигән тәмлекәс килеп сыға.

Сәй табынына бына тигән тәмлекәс килеп сыға.
Кәрәк: 400 гр эремсек, 250 гр маргарин, 480 гр он, 1 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитель), семтем тоҙ.
Эремсекте ҡырғыс аша үткәрелгән маргарин менән бутайбыҙ. Уға он, ҡамыр күперткес, тоҙ ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Унан йоморо формалар киҫеп, һәр береһен шәкәргә манабыҙ. Йомороҡайҙарҙы өсмөйөштәй итеп, һүрәттәге кеүек бөгәбеҙ. Был киҫәктәрҙе майланған формаға теҙеп, духовкала 180 градуста 25-30 минут тирәһе, алһыуланғансы бешереп алабыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас