Аш-һыу
7 Декабря 2020, 09:59

Ит бәлеше

Бәлеште ҙур табала бешерһәң, оло ҡунаҡҡа етеп ҡаласаҡ. Бының өсөн ҡамыр һәм эслекте лә мулдан әҙерләргә тура киләсәк.

Бәлеште ҙур табала бешерһәң, оло ҡунаҡҡа етеп ҡаласаҡ. Бының өсөн ҡамыр һәм эслекте лә мулдан әҙерләргә тура киләсәк.
Ҡамыр өсөн бер тигеҙ өлөштә, йәки 100 - шәр грамм һөт, ҡайнаған һыу, көнбағыш майы кәрәк. Шуға бер йомортҡа, бер аш ҡалағы майонез, тоҙ, аҙ ғына сәй содаһы, бер семтем шәкәр һалып яҡшылап болғатабыҙ һәм он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек: 1,5 кг һыйыр, аҙ ғына ҡаҙ йәки үрҙәк итен турайбыҙ. Шуға бер эре баш һуғанды турап һалабыҙ ҙа, болғатып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Был иткә һуған тәме һеңһен өсөн шулай эшләнә. Бәрәңге турап һалғандан һуң, тәменсә тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Бәлештең ҡапкасын ҡаплар алдынан аҙ ғына аҡ май һалырға. Духовкала 1,5 сәғәт бешкәндән һуң һурпа өҫтәйбеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас