Кәрәк: 1 стакан ҡатыҡ, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 йомортҡа.
Соданы уксус менән һүндерергә, йомортҡаның hарыhын ғына айырып алырға, ҡатыҡ, ҡаймаҡ hәм он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Уны 1 см ҡалынлыҡта йәйеп, форма менән ҡырҡырға, мейестә йәки духовкала 10 – 15 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, йомортҡа ағына шәкәр ҡушып, зефир эшләп, шуны йылы көйө перәник өҫтөнә hыларға.