Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
3 Декабрь 2020, 08:50

Башҡорттарҙа сәй церемонияһы ҡағиҙәләре

Иртән торғас та сәйгә һыу ал.Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.

Иртән торғас та сәйгә һыу ал.
Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.
Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара: тәүҙә сәй эс.
Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.
Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап.
Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.
Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал.
Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
Йома көндө йома сәйе үткәр.
Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң килен сәйе эсер.
Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.
Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, ҡайнатма әҙерлә.
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.
Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс.
Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң сәй эсә!
Фото: https://pixabay.com/ru
Читайте нас: