Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
2 Декабрь 2020, 12:46

Бәрәңге бутҡаһын нисек тәмле итергә?

Бәрәңгене иҙгәндән һуң, уға ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, ваҡ итеп туралған һарымһаҡты ҡаймаҡҡа ҡушып бутайбыҙ ҙа аҙ ғына утта тотоп алабыҙ.

Бәрәңгене иҙгәндән һуң, уға ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, ваҡ итеп туралған һарымһаҡты ҡаймаҡҡа ҡушып бутайбыҙ ҙа аҙ ғына утта тотоп алабыҙ.
Бәрәңгегә һөт урынына ҡайнар тауыҡ һурпаһын һалып иҙеүселәр ҙә бар. Һөт урынына: бер нисә ҡалаҡ ҡаймаҡҡа бер-ике йомортҡа һытып болғатығыҙ. Бәрәңге бутҡаһына әҙ генә һыйыр майы һәм ваҡ итеп туралған укроп, петрушка, йәшел һуған, һарымһаҡ һалығыҙ. Бутҡаға вак итеп туралған сәтләүек һалыу ҙа уның тәмен үҙенсәлекле итә.
Бәрәңгегә тигән һөт ҡайнар булырға тейеш. Һалҡын һөттән ул һарғылт төҫкә керә. Бәрәңге бутҡаһы оҙаҡ итеп туғығанды ярата.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: