Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт, 2 аш ҡалағы шәкәр, 60 г сөпрә, 1 ҡап маргарин, 2,5 стакан он.
Эслек өсөн: 500 г ит фаршы, 2 һуған, 4 бәрәңге, тәменсә тоҙ һәм борос.
Йылы һөттә шәкәр һәм сөпрәне эретәбеҙ. Бәрәңге һәм һуғанды шаҡмаҡлап ваҡ итеп турайбыҙ һәм ит менән бергә болғатабыҙ.
Он менән маргаринды бергә ҡушып болғатабыҙ. Артабан һөт, шәкәр, сөпрә янына һалабыҙ. Яҡшылап болғатырға кәрәк. Ҡулға йәбешмәй торған ҡамыр баҫабыҙ.
Әҙер ҡамырҙан урман сәтләүеге ҙурлығында ҡамыр киҫәктәрен бүлеп сығырға һәм йәймәләр әҙерләргә.
Йәймәләр өҫтөнә эслек һалабыҙ, ситтәрен күтәреп бөгөп ҡуябыҙ, уртаһында яҡынса 5 см диаметрлы тишек ҡалдырабыҙ. Ваҡ бәлеш түңәрәк һәм бейек булырға тейеш.
Ваҡ бәлештәрҙе майлы табаға теҙәбеҙ һәм духовкала 200 градуста 35 минут бешерәбеҙ.