4-5 йомортҡа, 1,5 ст шәкәр, 2-3 бәләкәй ҡап ванилин, 1 сәй ҡалағы тоҙҙо бергә ҡушып туғыйбыҙ. Артабан был массаға 100 гр иретелгән маргаринды, 0,5 литр йылытылған һөттө, 2-3 аш ҡалағы көнбағыш майын, 1 аш ҡалағы ҡоро әсеткене, яҡынса 1,5 кг ондо һалып бутайбыҙ.
Ҡамыр ике тапҡыр күпереп, кире урынына ҡайтҡас, уны төрлө формала биҙәп, өҫтө алһыуланғансы, духовкала 180 градуста бешереп алығыҙ.