0,7 литр йылымыс һыуға ярты ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 аш ҡалағын тултырмай ғына ҡамыр күперткес (дрожжи), 1 йомортҡа, самалап он һалып бутарға. Ҡамыр шыйыҡ килеп сыға. Артабан уны 15-20 минутҡа йылы урынға ултыртып торорға. Һуңынан семтем генә соданы уксуста һүндереп ҡамырға һалып болғатырға. Шунда уҡ ҡоймаҡты ҡоя башларға.