Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Ноябрь 2020, 16:58

Ауылса “Жюльен”

Кәрәк: 250 гр тауыҡ ите, 2 уртаса бәрәңге, 150 гр шампиньон, 1 баш һуған, 250 мл ҡуйы һөт, 50 гр сыр, һурпа.

Кәрәк: 250 гр тауыҡ ите, 2 уртаса бәрәңге, 150 гр шампиньон, 1 баш һуған, 250 мл ҡуйы һөт, 50 гр сыр, һурпа.
Һуғанды ярым балдаҡтай киҫеп сығырға, ә итте, бәрәңгене һәм шампиньонды туҡмастай телергә. Табала көнбағыш майын йылытырға. Ҡатнашманы 5-10 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Ҡуйы һөткә һурпаны ҡушып бутарға. Был ҡатнашманы формаға һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр һибеп сығабыҙ. Духовкала 200 градуста 25 минут тирәһе бешереп алырға. Телде йоторлоҡ тәмлекәс әҙер!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: