Кәрәк: көмрө балыҡ (горбуша), помидор, сыр, балыҡ өсөн тәмләткестәр, он, көнбағыш майы, майонез.
Балыҡты йыуып, таҙартып, киҫәктәргә телеп, тәмләткестәр, он менән бутап, майлы табала ике яҡлап бешереп алабыҙ. Артабан балыҡтарҙы формаға теҙеп, уларҙы майонез менән һылап, өҫтөнә помидор киҫәге һәм ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибеп сығабыҙ. Болғар боросон өҫтәһәң дә яҡшы. Ҡабымлыҡты духовкаға 10-15 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Татлы балыҡ табынға әҙер!