Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
18 Ноябрь 2020, 19:10

Кокослы печенье

Кокос яратыусылар өсөн бик тәмле печенье килеп сыға. Он бөтөнләй кәрәкмәй. Тышы кетерләп торһа, эсе йомшаҡ ҡына.

Кокос яратыусылар өсөн бик тәмле печенье килеп сыға. Он бөтөнләй кәрәкмәй. Тышы кетерләп торһа, эсе йомшаҡ ҡына.
Әҙәрләү өсөн 400 гр кокос юнысҡыһы (кокосовая стружка), 4-5 йомортҡа, 1,5 ст шәкәр кәрәк буласаҡ.
Бөтә аҙыҡтарҙы бергә ҡушып туғыйбыҙ. Был массанан грек сәтләүегеләй түңәрәктәр әүәләп, пергамент ҡағыҙға теҙәбеҙ. Духовканан йыраҡ китмәгеҙ, тиҙ бешеп сыға. Алдан ҡыҙҙырып алынған духовкала 180 градуста 25-30 минут тирәһе тоторға. Татлы печенье мотлаҡ барыһына ла хуш киләсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: