55 дана тәмлекәс өсөн 100 мл кефир, 1 йомортҡа, 60 мл көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы шәкәр, 250 гр он, 1 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес кәрәк.
Буш мискәгә йомортҡа, шәкәр һалып туғыйбыҙ. Артабан кефир һәм көнбағыш майы ҡушып ныҡ итеп бутарға. Бынан һуң он менән ҡамыр күперткесте был массаға һалабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, уны 1 см ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Ҡамыр өҫтөнә шәкәр һибеп ипләп кенә уҡлау менән баҫып сығабыҙ. Аҙаҡ ҙур булмаған телемдәргә киҫергә. Хәҙер киҫәктәрҙе формаға теҙеп сығып духовкала 180 градуста 15 минут тирәһе бешерәһе генә ҡала.