Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
2 Ноябрь 2020, 09:15

Бәрәңге һәм бәшмәктән бәлеш

Бәшмәк яратыусылар был бәлеште айырыуса үҙ итер...

Бәшмәк яратыусылар был бәлеште айырыуса үҙ итер...
Кәрәк: 300 гр он, 150 гр маргарин, 2 йомортҡа, семтем тоҙ.
Эслек өсөн: 200-300 гр бәшмәк, 3 бәрәңге, 1 һуған, 250 гр ҡаймаҡ, 100 гр һөт, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы он, тоҙ, борос.
Йомшарған маргаринды тоҙ, йомортҡа һәм он ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Өҫтөнә ашъяулыҡ ябып, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Һуғанды һәм бәшмәкте ваҡ итеп турап табала 10 минут тирәһе көнбағыш майында ҡыҙҙҙырып алабыҙ. Бәрәңгене таҙартып һыуҙа бешерергә. Айрым һауытта йомортҡа, ҡаймаҡ, һөт, тоҙ, он ҡушып барыһын да туғыйбыҙ. Ҡамырҙы йәйеп табаға һалабыҙ. Ситтәрен бейек итеп күтәрәбеҙ. Иң аҫҡы ҡатҡа бәрәңге, һуғанлы бәшмәкте һалып өҫтөнә йомортҡалы шыйыҡсаны ағыҙабыҙ. 160-180 градуста 1 сәғәт тирәһе духовкала бешә. Өҫтәлгә һалҡынса бирергә кәрәк, яҡшы теленәсәк тә һәм тәме лә икенсерәк була.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас в