Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Октябрь 2020, 13:05

Нимә ул балан ҡатығы?

Борон балан ҡатығы тигән ризыҡ милли һыйҙарыбыҙ рәтендә булып, ҡунаҡ табындарына ҡуйылған. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ул ҡайһы бер төбәктәрҙә генә һаҡланып ҡалған.

Борон балан ҡатығы тигән ризыҡ милли һыйҙарыбыҙ рәтендә булып, ҡунаҡ табындарына ҡуйылған. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ул ҡайһы бер төбәктәрҙә генә һаҡланып ҡалған.
Әле баландың тап өлгөргән осоро. Кемдәрҙеңдер тәмләп ҡарағыһы килһә, һеҙҙең иғтибарға онотола барған рецептарҙы тергеҙҙек.
Борон уны түбәндәгесә әҙерләгәндәр: баланды талғын ғына мейестә оҙаҡ итеп бешергәндәр йәки суйын сүлмәктең өҫтөнә ҡамыр ябып, төнгөлөккә томалау өсөн мейес төбөндә ҡалдырғандар. Артабан сәғәттәр буйы быҡҡан баланды эре иләк аша үткәреп, ошо ҡатнашманы балсыҡ көршәктәрҙә һалҡын урында һаҡлағандар. Тәм биреү өсөн өрөк емеше лә өҫтәгәндәр. Өрөк менән балан бергә ҡушылып, айырыуса тәмле ризыҡ барлыҡҡа килтергән.
Бөгөн, әлбиттә, күп өйҙәрҙә мейес юҡ. Шуға күрә балан ҡатығын суйын сүлмәктә газ плитәһе өҫтөндә әҙерләргә мөмкин. Баланды бер сәғәттән ашыу томалап бешереп, һөйәгенән айырып алғас, күрәгә, өрөк (һөйәген алып), йөҙөм кеүек емештәр ҡушып, талғын утта 10-15 минут самаһы быҡтырырға. Тәменә ҡарап, аҙыраҡ шәкәр ҙә ҡушырға мөмкин. Әгәр ҡатнашманың пюре кеүек матур булыуын теләһәгеҙ, блендер менән иҙеп алығыҙ.
Интернеттағы асыҡ сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Фото: 7dach.ru
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: