Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Октябрь 2020, 11:41

Бауырһаҡ

Бауырһаҡ - йомортҡаға ғына баҫып майҙа бешерелгән ашамлыҡ. Байрам табынын айырыуса күркәмләй.

Бауырһаҡ - йомортҡаға ғына баҫып майҙа бешерелгән ашамлыҡ. Байрам табынын айырыуса күркәмләй.
Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн 6 йомортҡаны яҡшылап күпертәбеҙ. Уға 100 мл һөт, ярты сәй ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитель), бер аш ҡалағы шәкәр, бер семтем тоҙ, аҡрынлап иләнгән он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамыр йомшак килеп сыға, тик ул ҡулға йәбешмәҫлек булһын. Өҫтөн ҡаплап бер аҙға ҡуйып торабыҙ. Суйынға көнбағыш майы һалып, талғын утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡамырҙы бүлгесләп, бау һымаҡ итеп киҫәктәр әҙерләйбеҙ, артабан уны 3-4 см оҙонлоҡта киҫеп сығабыҙ. Майҙа алһыу төҫкә кергәнсе болғата - болғата ҡыҙҙырабыҙ. Бауырһаҡты һалып бешерә башлағанда май бик һалҡын да, бик ҡайнар ҙа булмаҫҡа тейеш. Бешеп барған береһен тишекле һауытҡа һалып майынан һарҡытабыҙ. Һыуынғас шәкәр пудраһы һибеп табынға бирәбеҙ.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: