Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Октябрь 2020, 16:40

Эремсектән йомороҡайҙар

Әйҙәгеҙ әле, сәй табынына телде йоторлоҡ йомороҡайҙар әҙерләп алайыҡ.

Әйҙәгеҙ әле, сәй табынына телде йоторлоҡ йомороҡайҙар әҙерләп алайыҡ.
Кәрәк: 200 гр эремсек, 200 гр он, 70 гр шәкәр (3 аш ҡалағы), 2 йомортҡа, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), семтем тоҙ, 300 гр көнбағыш майы.
Һауытҡа эремсек, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, он һалып ныҡ ҡына туғыйбыҙ. Мин ҡоро ауыл эремсеген алдым. Ҡамыр әҙерләгәс, суйынға көнбағыш майы ағыҙабыҙ. Май ҡайнап сыҡҡас, ҙур булмаған йомороҡайҙар әҙерләп суйынға һалабыҙ. Алһыу булып бешеп сыҡҡас, майҙан алып, тәрилкәгә теҙеп һалырға. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә була.
Фото: автор
Читайте нас: