Был салат ҡатламлап эшләнә. Тауыҡтан башҡаһы барыһы ла ҡырғыстан үткәрелә.
1. Иң аҫҡа алдан бешерелеп, ваҡ итеп туралған тауыҡ ите.
2. Бешкән йомортҡа.
3. Сыр.
4. Бешкән кишер.
5. Бешкән сөгөлдөр.
Һәр ҡатлам майонез менән яғыла. Тоҙ һалырға онотмағыҙ)) Өҫтөн сыр йәки йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә лә була.