Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Октябрь 2020, 09:25

Иртәнге ашҡа - “Оя”

“Оя” туҡмасын һүрәттәгесә табаға теҙеп сығабыҙ.

“Оя” туҡмасын һүрәттәгесә табаға теҙеп сығабыҙ. Һәр “оя”ға әҙер ит фаршын һалабыҙ. Туҡмастың яртыһын ҡаплағансы һыу ағыҙабыҙ. Тоҙ һибергә онотмайбыҙ. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, утты һүлпәнәйтәбеҙ ҙә, өҫтөн ябып, 15 минут бешереп алабыҙ. Бешеп сығыр алдынан ҡырғыстан үтәрелгән сыр һәм йәшел тәмләткестәр һалабыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: