Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Октябрь 2020, 17:30

Повидло һәм эремсектән бәлеш

Кәрәк: 1 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), 300 гр он, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы.

Кәрәк: 1 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), 300 гр он, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы.
Йомортҡаны шәкәр менән туғып, ҡаймаҡ, ҡамыр йомшартҡыс һалып ныҡ ҡына бутарға. Май һәм он ҡушып ҡалаҡ менән ҡамыр әҙерләйбеҙ. Аҙаҡ бер урынға өйөп ҡуябыҙ.
Эремсек ҡатламы өсөн: 300 гр эремсекте 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр менән туғырға. Артабан 1 аш ҡалағы крахмал өҫтәп бутарға. Майланған таба өҫтөнә ҡамырҙы йәйеп бер аҙға ҡуйып торабыҙ. Уның өҫтөнә эремсек һәм повидло һалабыҙ. Артып ҡалған ҡамыр киҫәктәре менән үҙегеҙ теләгәнсә биҙәгеҙ. Бәлеште 170-180 градус эҫелектә духовкала бешереп алабыҙ. Һыуынғас ҡына табынға ултыртабыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: