Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Октябрь 2020, 16:25

Туҡлыҡлы салат

Кәрәк була: 400 г һыйыр ите, 200 гр тоҙло ҡыяр, 200 гр кишер, 300 гр бәшмәк, 1-2 эре һуған, майонез йәки ҡаймаҡ.

Кәрәк була: 400 г һыйыр ите, 200 гр тоҙло ҡыяр, 200 гр кишер, 300 гр бәшмәк, 1-2 эре һуған, майонез йәки ҡаймаҡ.
Ваҡ ҡыярҙарҙы йоҡа итеп киҫәбеҙ, бешкән итте лә туҡмастай турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәреп уксуста тотоп алығыҙ, йәки магазиндан маринадланған әҙер кишер булһа ла яҡшы. Бәшмәкте һәм һуғанды ваҡ киҫәктәргә турап майлы табала ҡыҙҙырып алығыҙ.
Һүрәттәгесә барыһында тәрилкәгә өйөп һалығыҙ. Уртаһына ҡаймаҡ йәки майонез һалырға. Ашар алдынан барыһын да бергә бутап ашарға. Бик тәмле, туҡлыҡлы салат килеп сыға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: