Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Октябрь 2020, 15:08

Киске табынға

Ябай әҙерләнеүе һәм тәме менән айырылып тора.

Ябай әҙерләнеүе һәм тәме менән айырылып тора.
Кәрәк: 2 киҫәк тауыҡ ите, 2 йомортҡа, 4-5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 50 гр сыр, аш тәмләткестәр, теләк буйынса помидор.
Тауыҡ итен шаҡмаҡлап киҫәбеҙ, уға помидор, тәмләткестәр, тоҙ, ҡаймаҡ ҡушып барыһын да бутайбыҙ. Был массаны майланған табаға һалабыҙ. Ҡаймаҡ, йомортҡа, ҡырғыстан ҡырылған сырҙы бергә һалып туғығас, эслек өҫтөнә ағыҙабыҙ.
Духовкала 180 градуста 35-45 минут тирәһе бешә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: