Байрам табынына тиҙ генә ошолай салат әҙерләп була.
Кәрәк: 3 йомортҡа, 1 ҡыяр, 150 гр консерваланған борсаҡ, 100 гр пекин кәбеҫтәһе, 1 бәйләм йәшел тәмләткестәр, сама менән майонез.
Йомортҡаны бешереп, шаҡмаҡлап турағыҙ. Уға консерваланған йәшел борсаҡ, йоҡа итеп теленгән пекин кәбеҫтәһе, туҡмас кеүек киҫелгән ҡыяр һәм йәшел тәмләткестәр һалығыҙ. Массаға майонез һалып бутарға ғына ҡала. Салатты һыуытҡыста бер аҙ тотҡандан һуң, байрам өҫтәленә ултырһағыҙ була.