Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Октябрь 2020, 19:05

Ләүештән урама

Бындай аҙыҡты балалар айырыуса ярата. Ҡапыл ғына асығып китеп, нимә әҙерләргә белмәһәгеҙ, ошо рецепты ҡулланып ҡарағыҙ, бик тәмле килеп сыға.

Бындай аҙыҡты балалар айырыуса ярата. Ҡапыл ғына асығып китеп, нимә әҙерләргә белмәһәгеҙ, ошо рецепты ҡулланып ҡарағыҙ, бик тәмле килеп сыға.
Урама өсөн ләүеш, колбаса, сыр, помидор, йомортҡа кәрәк. Барыһын да үҙегеҙсә самалап алығыҙ. Помидорҙы һәм колбасаны ваҡ шаҡмаҡтарға киҫкеләп сығабыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Барыһын да бергә бутайбыҙ. Эслекте ләүештең бар өлөшөнә ла һалып сығабыҙ. Уны рулет рәүешендә урап, эре киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ.
Йомортҡаны тоҙ менән туғыйбыҙ. Һәр ураманы йомортҡаға манып көнбағыш майы һалынған табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.
Фото: инстаграмдан
Читайте нас: