Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Октябрь 2020, 15:07

Кишерҙән салат

Кишерҙән мул уңыш алып, ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, ҡышҡылыҡҡа әсе салат әҙерләһәгеҙ була. Уның бер ауырлығы ла юҡ.

Кишерҙән мул уңыш алып, ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, ҡышҡылыҡҡа әсе салат әҙерләһәгеҙ була. Уның бер ауырлығы ла юҡ.
Кәрәк була: 2 кг эре ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 100 гр ваҡ ҡырғыстан ҡырылған һарымһаҡ, 300 гр нәҙек итеп теленгән болғар боросо, 150 гр шәкәр, 100 мл 9 процентлы уксус, 400 гр томат пастаһы, 250 гр көнбағыш майы, 0,5 сәй ҡалағы ҡара борос, 2 аш ҡалағы тоҙ.
Барыһын да бергә бутап, ҡайнап сыҡҡандан һуң, болғата-болғата 40 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып, салат һыуынғансы, йылы әйбер менән ябып ҡуябыҙ.
Фото: интсаграмдан
Читайте нас: