Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Сентябрь 2020, 13:05

Ҡабаҡ һимертмәй

Ауыл ерендә, айырыуса, әле ҡабаҡтар күпләп уңған мәл. Белгестәр фекеренсә, уның файҙаһы күп икән.

Ауыл ерендә, айырыуса, әле ҡабаҡтар күпләп уңған мәл. Белгестәр фекеренсә, уның файҙаһы күп икән.
Дауалау өсөн ҡабаҡтың емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше составында төрлө биологик актив матдәләр бар: пектин, витаминдар (С, В1, В2, РР), минераль тоҙҙар, органик кислоталар һ.б. Орлоғонда май күп, фитостериндар, микроэлементтар, шулай уҡ шифалы матдәләр табылған.
Емеше - бына тигән диетик аҙыҡ, уны ашау ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, шешенгәндә, биҙгәк тотҡанда, нервылар ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, подагра, атеросклероз сирҙәренән, аҙ ҡанлылыҡтан ҡулланыу файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.
Бауыр һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡабаҡ емеше һутын да эсергә мөмкин: иртәле-кисле ярты-бер стакан. Ошо күләмдәге һутты төнгә ҡарай ҡабул итеү йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеүек тире ауырыуынан, тәндең бешеүенән файҙалы. Был иҙмә һөртөү, һылау рәүешендә ҡулланылырға тейеш.
Ҡабаҡ орлоғо ярҙамында эсәктәрҙәге таҫма паразиттарҙан, аскарида кеүек йомро селәүсендәрҙән ҡотолоп була. Дауалау алымдарының береһе: 300 грамм сей ҡабаҡ орлоғон таҙартып, ентекләп иҙеп, уға дүрт-биш аш ҡалағы ҡайнатылған һыу ҡушып бутарға кәрәк. Тәм өсөн өс-биш аш ҡалағы шәкәр йәки емеш-еләк ҡайнатмаһы өҫтәргә мөмкин. Ошо ҡатнашманы урта йәштәге кеше бер сәғәт буйы әҙләп ашап бөтөрә. Шунан һуң бер сәғәт үткәс, эсте йомшартҡан магнезий тоҙо (уның миҡдарын дауалаусы табип билдәләй) ярты стакан һыуҙа иретеп эселә. 30 минуттан һуң клизма ҡуйыла. Балаларға, йәшенә ҡарап, ҡабаҡ орлоғо әҙерәк бирелә: өс-дүрт йәштәгеләренә - 75 грамм, биш-алты йәштәгеләргә - 100 грамм, 10-15 тулғандарына - 200 грамм. Әлбиттә, был дауалау табип билдәләүе буйынса үтергә тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: