Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Сентябрь 2020, 22:05

Сөгөлдөрҙән бутербродтар

Байрам табынына бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға. Әйҙәгеҙ, бергәләп әҙерләп ҡарайыҡ әле!

Байрам табынына бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға. Әйҙәгеҙ, бергәләп әҙерләп ҡарайыҡ әле!
Кәрәк буласаҡ: оҙонса ҡалас, 1 бешкән сөгөлдөр, 2 теш һарымһаҡ, майонез, селедка балығы, ҡыҙҙырыу өсөн көнбағыш майы.
Ҡаласты ромбиклап (ҡайһылай теләйһегеҙ шулай ҙа ярай) киҫеп сығабыҙ. Табаға аҙ ғына көнбағыш майы һалып уларҙы ике яҡлап ҡурып алабыҙ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, уға иҙелгән һарымһаҡ, майонез ҡушабыҙ. Был массаны киҫелгән ҡаластарға һылайбыҙ. Иң өҫкә балыҡ киҫәктәрен һалабыҙ. Бик тә тәмле килеп сыға))
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: