Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Сентябрь 2020, 21:35

Бәшмәктән икра

Көҙгө ямғырҙар мәлендә бәшмәктәр күпләп өлгөрә. Әгәр ҙә уларҙан ҡышҡылыҡҡа икра әҙерләп ҡуйһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.

Көҙгө ямғырҙар мәлендә бәшмәктәр күпләп өлгөрә. Әгәр ҙә уларҙан ҡышҡылыҡҡа икра әҙерләп ҡуйһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
Уның өсөн 2 кг бешкән бәшмәктәр, 1 эре кишер, 2 һуған, 2 эре помидор кәрәк.
Йәшелсәләрҙе ит үткәргестән үткәрәбеҙ, уға 0,5 ст көнбағыш майы, 2 сәй ҡалағы тоҙ, семтем шәкәр, ҡара борос өҫтәйбеҙ. 10 минут быҡтырабыҙ, аҙаҡ ит үткәргестән үткәрелгән бәшмәк һалып тағы ла 20 минут быҡтырабыҙ. Бешер алдынан 2 аш ҡалағы уксус һәм 5 телем һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Аҙаҡ эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырырға ғына ҡала.
Фото: инстаграмдан
Читайте нас: