1-се ҡат - бешереп ҡырғыста үткәрелгән бәрәңге.
2-се ҡат - майҙа ҡыҙҙырылған шампиньондар.
3-сө ҡат - бешкән тауыҡ итен туҡмас кеүек киҫеп табала ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә аҙ ғына соя соусын һалып тағы ла ҡыҙҙырып алырға.
4-се ҡат - ҡырғыстан үткәрелгән сыр.
5-се ҡат - шаҡмаҡлап туралған помидорҙар.
6-сы ҡат - бешерелгән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрәп һалабыҙ.