Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Сентябрь 2020, 09:20

Солянка

Кәрәк: 2, 5 кг кәбеҫтә, 2 кг помидор, 1,5 кг кишер, 1, 5 кг һуған, 200 гр шәкәр (8 аш ҡалағы), 100 гр тоҙ ( 4 аш ҡалағы), 100 гр 9 процентлы уксус ( 6 аш ҡалағы), 0, 5 литр көнбағыш майы, йоморо борос, лавр япрағы.

Иң башта кәбеҫтәне, һуғанды, помидорҙы турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Бөтә йәшелсәләрҙе бергә ҡушып, ҡалын төплө кәстрүлгә бешерергә ултыртабыҙ. 2 сәғәт тирәһе утта тотабыҙ. Артабан уксус һалып ҡайнатып сығарабыҙ ҙа, тағын газ өҫтөндә 5 минут тотабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ.
Бик тәмле солянка килеп сыға. Ашҡа һалып та, икмәккә һылап та ашарға мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: