Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
18 Сентябрь 2020, 09:30

Тоҙло кәбеҫтә

Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш, бәләкәй һәм йәшел япраҡлылары яраҡһыҙ.

Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш, бәләкәй һәм йәшел япраҡлылары яраҡһыҙ.
Тәүҙә күсәнде иҫке япраҡтарынан таҙартырға, йыуғас, бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Кәбеҫтәне ағас таҡтаға һалып, бысаҡ менән турарға. Тоҙлағанда эмаль йәки быяла һауыт ҡына ҡулланыу талап ителә, алюмин һауыт зыянлы (кәбеҫтәләге кислота алюминды “ашай” һәм ризыҡ менән организмға үтеп инә). Туралған ун килограмм кәбеҫтәгә ҡырғыстан үткәрелгән 300 грамм кишер һалырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәне әсетеп тоҙларға уйлаһағыҙ, уны 15-22 градус йылы урында тотоғоҙ, өҫтөн ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйығыҙ. Бер нисә көндән һыуы сығасаҡ. Шул ваҡытта баҫтырып ҡуйған әйберҙе алып, артыҡ һыуын таҙа ҡалаҡ менән түгергә кәрәк. Кәбеҫтәне көнөнә ике тапҡыр бысаҡ менән “тишеп”, газын сығарып торорға онотмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: