Тәмле лә, төҫө лә ҡыҙыл ғына килеп сыға, еңел генә эшләнә. Баланды тирәһең дә, йыуып быҡтырырға ҡуябыҙ. Ун минут тирәһе бешереп алабыҙ, шунан эҫе көйөнсә иләк аша үткәрәһең. Аҙаҡ тағы ла утҡа ҡуяһың, тик ҡайнатып еткермәйһең. Бер килограмм баланға килограмм ярым шәкәр һалып, утын һүндерәһең дә шәкәре ирегәнсе болғайһың. Эҫе көйөнсә банкаларга һалып асыҡ көйөнсә бер тәүлек тотаһың, шунан һалҡынса ергә ултыртаһың.