Кәрәк буласаҡ: кефир – 250 мл, маргарин - 250 гр, он – 500 гр, сода – семтем, тоҙ – 1 аш ҡалағы өймәй генә, дөгө – 1 стакан, ҡабаҡ – 300 гр, шәкәр – 100 гр, ҡаймаҡ – 100 гр.
Маргарин менән кефирҙың миҡдары 1:1 булырға тейеш.
250 гр маргарин, 250 гр кефир (1 стакан). Соданы кефирҙа һүндерәбеҙ, унан бер ҡалаҡ тоҙ өҫтәйбеҙ. Маргаринды 2 стакан он менән ҡырабыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы ҡушып бутайбыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыҡҡансы он һалып баҫабыҙ.
1. Дөгөнө әҙер булғансы – 20 минут бешерергә, тоҙларға.
2. Ҡабаҡты таҙартып ваҡ шаҡмаҡтарға турарға.
3. Ҡабаҡ менән дөгөнө ҡушып бутарға, кәрәгенсә шәкәр өҫтәргә.
4. Ҡаймаҡ менән бутарға.
Әҙерләү:
Табаны майлайбыҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп, бер өлөшөн йәйеп табаға һалабыҙ. Ҡамыр өҫтөнә ҡабаҡтан әҙерләнгән эслекте тигеҙ итеп һалабыҙ. Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп өҫтөн ҡаплайбыҙ ҙа ситтәрен йәбештереп сығабыҙ. Бәлештең уртаһында бәләкәй генә тишек яһап, ҡамыр киҫәгенән яһалған ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ (бәлештең бешеп сығыу ваҡыты уҙғандан һуң ҡабаҡ һаман да бешмәгән осраҡта саҡ ҡына һыу өҫтәп тағы ла 10-15 минут бешерер өсөн). Әҙер бәлеште 190 градус эҫелек мейестә 1 сәғәт бешерәбеҙ. Әгәр ҙә ваҡытынан алда бәлеш ныҡ итеп ҡыҙарһа, артабан бәлештең өҫтөн ҡағыҙ йәки гәзит менән ҡаплап бешерергә. Бәлешегеҙ тәмле булһын!