Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Сентябрь 2020, 01:20

"Ялҡынлы помидор" (Огонек)

"Ялҡынлы помидор"ҙы эшләр өсөн 3 килограмм помидор алабыҙ.

"Ялҡынлы помидор"ҙы эшләр өсөн 3 килограмм помидор алабыҙ.
Төҫө матур булһын өсөн ҡыҙылдарын ғына һайлайбыҙ.
Шуларҙы 5 баш һарымһаҡ менән ит үткәргес аша үткәрәбеҙ.
Шул массаға ярты стакан аш һеркәһе, ярты стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, тулыр-тулмаҫ сәй ҡалағы ҡыҙыл борос һалабыҙ һәм 3 сәғәт тирәһе, шәкәре һәм тоҙо эреп бөткәнсе, кәстрүлдә тотабыҙ.
Шунан, ҡауырһын шешәләргә тултырып, һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.
"Ялҡынлы помидор"ҙы икмәккә яғып та, икенсе аштарҙың өҫтөнә һалып та ашаһаң бик тәмле була.
Читайте нас: