Кәрәк буласаҡ: 1 банка консерваланған балыҡ (ниндәй булһа ла ярай) 6 дана диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаһы, ярты банка консерваланған кукуруз, 1 ҡап сыр (плавленый), 4 бешкән йомортҡа, 1 һуғандың яртыһы йәки йәшел һуған, 1 ҡап майонез (200 гр).
Балыҡты иҙәбеҙ, диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын һәм һуғанды ваҡ итеп киҫәбеҙ, сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Йомортҡаларҙы ағынан айырабыҙ һәм айырым һауыттарҙа иҙәбеҙ. Ҡатлап салат әҙерләйбеҙ.
1-се ҡат консерва
2-се ҡат һуған
3-сө ҡат майонез
4-се ҡат сыр
5-се ҡат кукуруз
6-сы ҡат майонез
7-се ҡат диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаһы
8-се ҡат майонез
9-сы ҡат йомортҡаның ағы+майонез
10-сы ҡат йомортҡа ағы
Һыуытҡысҡа 1 сәғәткә ҡуйырға.