Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
1 Сентябрь 2020, 15:05

Телде йоторлоҡ алма пирогы

Алмалар күп осорҙа уңған хуҗабикәләр тәмле пирогтар бешерә. Әлеге рецепт буйынса әҙерләргә уйлаһағыҙ, яҡындарығыҙ телдәрен йотор...

Алмалар күп осорҙа уңған хуҗабикәләр тәмле пирогтар бешерә. Әлеге рецепт буйынса әҙерләргә уйлаһағыҙ, яҡындарығыҙ телдәрен йотор...
Ҡамыр өсөн: 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы соданы уксуста һүндерәбеҙ, 2 стакан он.
Быларҙың барыһын да бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа, әҙер ҡамырҙы эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эслек: алмаларҙы турайбыҙ, бер аҙ корица ҡушһағыҙ ҙа була.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, 2 киҫәккә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп майланған табаның төбөнә һалабыҙ, шуның өҫтөнә алмалар теҙәбеҙ, улар өҫтөнә бер аҙ он (һуты ағып сыҡмаһын өсөн) һәм шәкәр һибәбеҙ. Аҙаҡ ҡамырҙың икенсе өлешөн йәйеп, алмалар өҫтөнә һалабыҙ һәм пирогты матурлап бөрөп сығабыҙ.
Пирогтың өҫтөн майлап, 180 градусҡа духовкаға тығабыҙ һәм 30-40 минут самаһы бешерәбеҙ. Табынға һалҡын килеш, сәй янына бирелә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: