Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
1 Сентябрь 2020, 12:22

Салат-ассорти

Төркөмдәштәргә ҡышҡылыҡҡа ябай салат рецептын тәҡдим итәбеҙ.

Төркөмдәштәргә ҡышҡылыҡҡа ябай салат рецептын тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн 2 кг помидор (йәшелдәре лә бара), бер кг башлы һуған, 1,5 кг болгар боросо, бер кг кишер, 1,5 кг ҡыяр, 100 грамм тоҙ, 300 грамм үҫемлек майы алына.
Йәшелсәләрҙең барыһын да турап, яҡшылап болғатып, ике сәғәт һалҡынса урынға ҡуйып торабыҙ, һуты сыҡҡас, талғын утта 40-45 минут бешерәбеҙ. Үҫемлек майы ҡойоп 15 минут тотҡас, банкаларға тултырып стерилләргә кәрәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: