Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Август 2020, 14:28

Ҡышҡылыҡҡа салат

Был салат еңел һәм ябай ғына әҙерләнеүе менән айырылып тора, бик тәмле лә килеп сыға.

Был салат еңел һәм ябай ғына әҙерләнеүе менән айырылып тора, бик тәмле лә килеп сыға.
Бының өсөн 2 кг помидор, 1 кг һуған, 1 кг кишер,1 кг болғар боросо, 300 гр көнбағыш майы, 300 гр шәкәр, 100 гр туғыҙ процентлы уксус, 2 аш ҡалағы тоҙ кәрәк.
Помидорҙың ваҡтарын 4-кә бүләбеҙ. Һуғанды ярым йоҡа ғына итеп йоморолап турайбыҙ, боросто туҡмастай киҫәбеҙ, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Йәшелсәләрҙе турап бөтөргәс, барыһын бергә кәстрүлгә һалабыҙ. Шәкәр, тоҙ, уксус, көнбағыш майын өҫтәп, яҡшылап болғатып утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас 15 минут утта тотабыҙ ҙа, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
Яҡынса ярты литрлы 11 банка сыға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: