Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Август 2020, 14:34

Беҙҙеңсә «Анкл-Бенс»

Был салатҡа 2 кг ташҡабаҡ, 2,5 кг помидор, 200 гр һарымһаҡ, 1 кг болғар боросо, 2 аш ҡалағы өйөп тоҙ, 200 гр шәкәр, 200 мл көнбағыш майы, 100 мл 9 процентлы уксус талап ителә.

Был салатҡа 2 кг ташҡабаҡ, 2,5 кг помидор, 200 гр һарымһаҡ, 1 кг болғар боросо, 2 аш ҡалағы өйөп тоҙ, 200 гр шәкәр, 200 мл көнбағыш майы, 100 мл 9 процентлы уксус талап ителә.
Помидор һәм һарымһаҡты ит үткәргес аша үткәрергә. Ташҡабаҡтарҙы ваҡ киҫәктәргә турап помидор менән бутарға. Тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы өҫтәйбеҙ. Барыһын да 30 минут быҡтырабыҙ. Артабан туҡмастай киҫелгән борос һәм уксус өҫтәйбеҙ. Масса ҡайнап сыҡҡандан һуң, утта тағы ла 20 минут тоторға. Аҙаҡ салатты стерилләнгән банкаларға һалып ябып ҡуйырға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: