Һыуытҡыстан алдан сығарылған 250 гр маргариндан, 250 гр ҡаймаҡтан, 2,5-3 ст ондо, 0,5 ҡап ҡамыр ҡабартҡыстан йәймә әҙерләйбеҙ. Ярты сәғәткә һыуытҡысҡа һалып ҡуябыҙ. Аҙаҡ рюмкалар менән йомороҡайҙар киҫәбеҙ ҙә, шәкәргә бутап табаға теҙеп һалабыҙ. Шәкәр яратмағандар кунжутҡа, мәккә бутаһағыҙ ҙа була.