Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Август 2020, 18:05

Сәйҙе күпме һаҡларға?

Көнөнә бер тапҡыр булһа ла сәй эсмәгән кеше бик һирәктер. Сәй эсергә күнеккән беҙ.

Көнөнә бер тапҡыр булһа ла сәй эсмәгән кеше бик һирәктер. Сәй эсергә күнеккән беҙ.
Ә сәй һатып алғанда уның ҡулланыу ваҡытына иғтибар итеүселәр күпме икән? Баҡ тиһәң, оҙаҡ һаҡланған сәйҙә үҙгәрештәр башлана тиҙәр.
Һәр продукттың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Бер аҙыҡ йылдар буйына һаҡланһа, икенселәре бер нисә көн эсендә боҙола. Ә сәйҙең ҡулланыу ваҡыты уның төрөнә ҡарай. Күптәр ҡулланған таралып тороусы үләнле сәйҙе һаҡлау ваҡыты – күп тигәндә бер йыл. Төргәге асылған булһа, һаҡлау ваҡыты тағын да ҡыҫҡара.
Сәй – бик нәзәҡәтле аҙыҡ. Уға еҫтәр, дымлылыҡ, янында булған төрлө әйберҙәр тәьҫир итә, ти белгестәр.
Өйҙә сәйҙе керамик, быяла, бер ҙә булмаһа тимер һауытта яҡшы ябылған килеш һаҡларға кәрәк. Ҡатырға төргәктә оҙак тоторға кәңәш ителмәй. Вакуммлы һауыт булһа, ул һаклау ваҡытын оҙайта.
Яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан сәйҙә окисләнеү процессы башлана. Сәйҙең сифаты кәмей. Витаминдар тарҡала, хуш еҫе юҡҡа сыға. Йәки бер йыл һаҡланғандан һуң файҙаһы ҡалмай, тиерлек.
Читайте нас: